top of page

   Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районы муниципаль районы Бәҙрәш ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы Бүләкова Римма Зөфәр ҡыҙының “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – 2018”                                  регион – ара конкурс материалдарының ҡумтаһы.

Йөкмәткеһе:

I. Үҙем тураһында һүҙем

II. Фәнни-методик эшмәкәрлегем

III. Инновацион эшмәкәрлегем

IV. Уҡыусылар менән эшмәкәрлегем 

I. Үҙем тураһында һүҙем.Резюме

                                     Бүләкова Римма Зөфәр ҡыҙы

 Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районы муниципаль районы Бәҙрәш ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының беренсе категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы
Сайт:  https://rimmabulyakova805.wixsite.com/rimmabulyakova

 

 Бүләкова Римма Зөфәр ҡыҙы 2003 йылда Башҡорт дәүләт педагогик  университетының филология факультетын тамамлаған.Тәтешле  районы Бәҙрәш ауылында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡсытыусыһы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса методик ойошма  етәксеһе.

Дөйөм педагогик стажы -   25 йыл, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ -  23  йыл. Юғары категориялы укытыусы.

Римма Зөфәр ҡыҙы Тәтешле район Хакимиəте башлығының Почет Грамотаһы, Тәтешле район мәғәриф бүлегенең Почет Грамотаһы , Тәтешле районының Ҡоролтай ойошмаһының Почет Грамоталары менән бүләкләнә.
       Республиканың гəзит-журналдары биттəрендə уҡытыусының, шулай уҡ уҡыусыларҙың кɵнʏҙəк темаларға  мəҡəлəлəре йыш баҫылып тора. Уҡыусылары башҡорт теле һəм əҙəбиəте буйынса район олимпиадаларында призер, еңеʏсе исеменə лайыҡ булалар.        
       Бүләкова Римма Зөфәр ҡыҙы  район олимпиадаларында, конкурстарҙа күп тапҡыр жюри ағзаһы.
       2017-2018 уҡыу йылында, районда уҙғарылған «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы-2018» конкурсында еңеү яуланы.
      2015-2016 йылда Ағиҙел ҡалаһында үткән “Урал батыр” эпосы буйынса ойошторолған Төбәк-ара  йəш сəсəндəр бəйгеһендә уҡыусылары “Импровизатор таланты” номинацияһында еңеүсе булдылар.
       Римма Зөфәр ҡыҙы район һәм республика кимəлендə ʏткəрелгəн семинарҙарҙа, конференцияларҙа коллегалары алдында ʏҙенең бай тəжрибəһе менəн уртаҡлаша.

        2014 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең юбилейына арналған  «Күкрәгемдән ҡоштар осорам» йыйынтығында  «Мостай Кәримдең "Айгөл иле" драмаһына анализ» исемле дәрес өлгөһө баҫылып сыҡты. 
      Буш ваҡытта китап уҡырға, тəмле итеп əҙерлəргə,  гөлдәр үҫтерергә, саңғыла йɵрɵргə, сәйәхәт итергә ярата. Иптəше менəн 2  ҡыҙ ʏҫтерəлəр. Ҙур ҡыҙы “Башҡорт дәүләт медицина  университеты”нда уҡый. Икенсе ҡыҙы Лиәгә 13 йәш.

 

 

Өҫтәлмә мәғлүмәт:

Тыуған йылы: 1976 йылда тыуған, 44 йәш.

Кейәүҙә. Тормош иптәше – Бүләков Ринат Рафаил улы. Ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Алһыуға – 21 йәш, Лиәгә – 13 йәш.

Хобби: сәскәләр үҫтерергә, саңғыла йөрөргә, сәйәхәт итергә ярата.

Ижтимағи эшмәкәрлегем 

II. Фәнни-методик эшмәкәрлегем

Асыҡ дәрестәр

Кластан тыш саралар

"Урал батыр" эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәр Республика конкурсының  зона этабында ҡатнашып уңыштарға ирешәбеҙ.

"Заятүләк менән Һыуһылыу" эпосы
"Ҡатил батша илендә" I бүлек

Уҡыусылар мeнән төрлө кимәлдәгe конкурстарҙа ҡатнашабыҙ

bottom of page