top of page

                                                 Башҡортостан Республикаһы

Тәтешле районы муниципаль районы Бәҙрәш ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе

                           муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы

“Тыуған ерем буйлап” номинацияһы

 

 

 

                      Тыуған ерем буйлап.


 

  Маҡсат: ауылдың тәбиғәт ҡомартҡыларын өйрәнеү; тыуған яғыбыҙға ҡарата иғтибарлы булырға, уны тағы ла тәрәнерәк өйрәнергә, һаҡларға, ҡәҙерләргә, яҡларға саҡырыу; киләсәктә туризм ды үҫтереүҙә тыуған яҡтың әһәмиәтен асыҡлау.

 

     Бурыстар: тәбиғәт ҡомартҡыларын өйрәнеү;

башҡа уҡыусылар менән берлектә тәбиғәткә ярҙам итеү;

тыуған яҡ тәбиғәтен ныҡлы өйрәнеү; уның әһәмиәтен асыҡлау.

                                                               

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

                                               

 

                                          Беләш ауылы

 Тарихсылар фекеренсә, Беләш ауылы бик боронғо булып иҫәпләнә. Һуңғы йылдарҙа беҙҙең ауыл тарихын журналист, тарихсы, яҙыусы Рәүил Исламшин өйрәнгән.

   Уның фекеренсә, Беләш ауылы үҙенең урынында урынлашмаған.Элекке урыны Ҡарауай тауҙа булырға мөмкин, тигән. Ул ваҡытта күп ауылдар тау буйыны урынлашҡан. Ҡурҡыныс янағанда кешеләр, тау башына усаҡ яғып, бер-береһенә хәбәр иткәндәр. 1737 йылда беҙҙең яҡтарға карателдәр килеп инә һәм ете ауылды яндыра. Улар араһында Беләш ауылы ла була. Уның икенсе тапҡыр төҙөлөүе ошо ваҡиғанан һуң булғандыр. 1780 йылдағы картала Беләш ауылы күрһәтелә. Боронғо урынына 1859 йылда һалына.Йәмле йәй көндәрендә, халҡым, ауылымдың 150 йыллығын үткәрә.

Беләш ауылының нигеҙен, танып ырыуының Иҫкеҡайпан, Бүләғарт, Кәлтәү, Һалдау һәм Шәрҙәк ауылдары төҙөй.

Эйе, Башҡортостан тарихы – үҙе бер данлы, фәһемле, ҡанлы йылъяҙма.Күпме фажиғәле, шомло быуаттарҙы башыңдан киҫергәнһең, халҡым.

                                         Баш эймәгән ғорур халҡым,

                                         Теҙ сүгеп йәшәмәгән...,

ти үҙенең шиғырында Мостай Кәрим.

 

                                                              

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

                                            Чиштатау

Беләш ауылынан төньяҡта урынлашҡан иң бейек ҡалҡыулыҡ. Унан тирә-яҡ бик яҡшы күренә.Шунлыҡтан унда күп йылдар элек ағас вышҡа булған. Ундай вышкалар тирә-яҡта күп булған, улар горизонт яҡтарын билдәләү өсөн ҡулланылған. Бына ошо вышканы урынлаштырыу өсөн урын  һайлағанда, Беләш ауылынан көньяҡта урынлашҡан Бәҙрәш ауылы (яҡшы күренгән) янындағы ҡалҡыулыҡтан ҡарағандар һәм унан “Чиштатау” бик асыҡ күренгән. Ул тау Бәҙрәш тауынан төньяҡта урынлашҡан. Шулай итеп тауға “Чиштатау” тип исем биргәндәр.

                                         Губернатор юлы

 

Бынан бик күп йылдар элек, Башҡортостан ерҙәре губернаторға бүленгән саҡта, батша чиновниктары йөрөр өсөн юлдар төҙөлгән. Ошондай  юлдарҙың береһе Беләш ауылынан көньяҡ өлөшөнән көнсығыштан көнбатышҡа таба һуҙылған.

 1917 йылда элекке Бөрө кантоны Өфө ҡалаһы генерал-губернатор килеүе көтөлгән. Шул сәбәпле урман ҡырҡып, ағас төпләп Беләштән Яңы-Ҡайпанға ҡәҙәр 12 саҡрым оҙонлоғонда юл төҙөлгән. Ауыл халҡы был юлды һәр ваҡыт төҙөкләндереп торған. Әммә дәрәжәле ҡунаҡ килмәгән, ә юл әле лә “Губернатор юлы” тип йөрөтөлә.

 

 

 

 

 

 

 

 

                                                    Зәрип быуаһы

Зәрип  Беләш ауылында йәшәгән. Ул бик уҫал, урта хәлле кеше була.

Балыҡ үрсетеү өсөн быуа быуҙыра. Зәриптең быуаһы саҡ ҡына өҫтәрәк була. Әммә ташҡын ваҡытында быуа йырыла. Ул быуаны яңынан түбәнрәк быуа. Был быуа ауылдың төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан, әлеге ваҡытта ла ул быуа бар. Уның исеме “Зәрип ҡарт” исеменән барлыҡҡа килгән. Ауыл өсөн быуаның әһәмиәте ҙур. Унан малсылыҡ фермаһы өсөн һыу алалар һәм һыу инәләр, балыҡ тоталар.

 

 

 

 

Башҡарҙы: Бүләкова Лиә Ринат ҡыҙы,

4-се класс уҡыусыһы

Етәксеһе: Бүләкова Римма Зөфәр ҡыҙы,

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

 

 

 

 

 

 

 

 

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1.  Әсфәндиәров Ә.З. История сел и деревень Башкирской АССР. – Уфа: Башк. кн. изд.-во, 1990. – 208 с.

3. Ауылдағы оло кешеләрҙән яҙып алынған материалдар ҡулланылды.

Unknown Track - Unknown Artist
00:00 / 00:00
bottom of page